Меню сайта
Обращения граждан
Имя отправителя *:
E-mail отправителя *:
Тема письма *:
Текст сообщения *:
Оценка сайта:

Форма входа
Декада математики
Горячая линия
  • "Горячая линия" по вопросам незаконных сборов денежных средств в общеобразовательных организациях - тел.: 8(34773)3-08-20
  • Буздякская вишенка
  • О проекте
  • Приветствия участников
  • Задания
  • Блиц-тур
  • Полезные ссылки
    Сайты школ и д.сад
  • Сайт школы №1 с.Буздяк
  • Официальный сайт МОБУ СОШ №2 с.Буздяк
  • Сайт МОБУ СОШ с.Старые Богады
  • Сайт МОБУ СОШ с.Сабаево
  • Сайт МОБУ СОШ с.Кузеево
  • Сайт МОБУ СОШ с.Копей-Кубово
  • Сайт МОБУ СОШ с.Канлы - Туркеево
  • Сайт МОБУ СОШ с.Килимово
  • Сайт МОБУ Каранская СОШ
  • Сайт МОБУ СОШ с.Старотавларово
  • Сайт МОБУ СОШ с.Гафури
  • Сайт детского сада №6 с.Буздяк
  • Сайт детского сада №7 с.Буздяк
  • Сайт детского сада №8 с.Буздяк
  • Сайт Гафуриский детский сад
  • Время Жизни Сайта
    Календарь
    «  Апрель 2024  »
    ПнВтСрЧтПтСбВс
    1234567
    891011121314
    15161718192021
    22232425262728
    2930
    Архив записей
    Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0


    Пятница, 26.04.2024, 03:35ГлавнаяМой профильРегистрацияВыходВход
    Муниципальное КАЗЕННОЕ учреждение
    Отдел образования
    Мр Буздякский район Республики Башкортостан
    Вы вошли как Гость | Группа "Гости"Приветствую Вас Гость | RSS

    27 ноябрҙә башҡорт теле, туған тел уҡытыусылары менән  «Башҡорт теле дәрестәренә яңы ҡараш” темаһы аҫтында онлайн тәртибендә онлайн форматта “түңәрәк өҫтәл”  ойошторолдо.

                Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен  уҡытыуҙың сифатын күтәреү, уҡытыусының педагогик оҫталыҡтарын камиллаштырыуға шарттар тыуҙырыу маҡсатында,  белем биреүҙең заманса  ысулдарын ҡулланып, уҡыусының үҫешенә шәхси йүнәлешле  ҡараш аша,  үҙаллылыҡ, милли үҙаң, әхлаҡи – эстетик сифаттар тәрбиәләү ал һыҙыҡҡа алынды.

        Шулай уҡытыусылар  башҡорт телен өйрәнеүгә бәйле мобиль ҡушымта, видео-дәрестәр, проекттар менән таныштырыу буйынса эш тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.

    Дистанцион уҡытыуҙың төрлө форматтарына туҡталдылар Видео-дәрес, вебинар.Төрлө форматтағы дәрестәр: текст материалы, презентация, инфографика һәм башҡалар.
         Уҡытыусылар дистанцион белем биреү өсөн платформа, блог, сайт, мессенджер, ябыҡ төркөм һәм башҡа бәйләнеш булдырырға тейеш.

           Дәрес ике яҡлы булһын өсөн, онлайн-дәрестә уҡытыусының күберәк проблема күтәреү, һорауҙар биреү формаһын ҡулланыуы отошло.

    Дәрес шул ваҡытта отошло, әгәр һәр уҡытыусы дәресте алдан ниндәй формала, ниндәй эш төрҙәрен ҡулланып, ниндәй һөҙөмтәгә ирешеүен күҙаллап, дәрестең һәр этабын, аҙна башында уҡ уйлап төҙөлгән план менән үткәрергә тейеш.


     

             1 декабрҙә  “Башҡорт теле дәрестәрен уҡытыуҙа эффектив алымдар” тигән тема буйынса Туймазы районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән берлектә педагогик тәжрибә уртаҡлашыу маҡсаты менән онлайн-дистанцион форматта семинар ойошторолдо.

    Бөгөн даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләү, ижади эҙләнеүҙәр, алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү – заман талабы. Шуларға эйә булмайынса, һөҙөмтәле эш, матур күрһәткестәргә өлгәшеү мөмкин түгел.

    Үҙ эшенең оҫтаһы булған Петрова Рәмзилә Мирсәлим ҡыҙы – Татар- Олҡан урта мәктәбе уҡытыусыһы, Ғәйзуллина Руфия Хәмит ҡыҙы- Туймазы ҡалаһының 5-се урта мәктәбе, Йәмғетдинова Ләйлә Хәмит ҡыҙы –Төмәнәк урта мәктәбе, Бикбулатова Гөлмирә Йәмил ҡыҙы- Туймазы ҡалаһының 6-сы урта мәктәбе уҡытыусыһы башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса иң эффектив эш алымдары менән бүлештеләр. Бикбулатова Гөлмирә Йәмил ҡыҙы LearningApps.org платформаһын 5-се йыл ҡуллана. Ул платформаның ыңғай яҡтары тураһында һөйләне.

    Шулай уҡ Ғәбдрәхимова Регина Зиннәт ҡыҙы Бүздәк 2-се һанлы урта мәктәбе уҡытыусыһы Ә.Ә.Фаршатованың кроссенс алыын дәрестәрҙә бәйләнешле һөйләү телмәрен үҫтереҙә әүҙем ҡуллана, Батыргәрәева Әлминә Әнғәм ҡыҙы Ташлыкүл дөйөм белем биреү уҡытыусыһы – дистанцион уҡытыуҙың форматтары менән бүлеште LearningApps. org, Ҡайбышева Гүзәл Риф ҡыҙы Түреш төп дөйөм белем биреү уҡытыусыһы һөйләү телмәрен үҫтереүҙә проект алымын оҫта ҡулланыуын тураһында, ғөмүмән,  башҡорт телен өйрәнеүҙә яҡшы  һөҙөмтәләр биргән эш алымдарын күрһәттеләр.

    Был эшлекле осрашыуҙа уҡытыусылар уҡыу-уҡытыу мәсьәләләрендә, дистанцион уҡытыуҙа килеп тыуған проблемаларға яуап эҙләнеләр, эш һөҙөмтәләрен барланылар һәм башҡаларҙыҡы менән сағыштырҙылар.
     

     


    Бесплатный хостинг uCoz Copyright MyCorp © 2024